«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — «Алтын битлек-2019» лауреаты

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — «Алтын битлек-2019» лауреаты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған  «Алтын битлек» («Золотая Маска») Милли премия – фестиваленең лауреаты исеменә лайыҡ булды. Тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы.

 «Алтын битлек»те алырға сәхнәгә театр директоры Иршат Файзуллин, спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Саяхов, спектаклдә төп ролде башҡарыусы Римма Ҡаһарманова  сыҡтылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, театрҙың «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» премияһының алты номинацияһына дәғүә итте: «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы рәссам эше», «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше», «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше».

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb