«Зөләйхә күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителде

«Зөләйхә күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителде

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролдәре Мәскәүҙә аншлаг менән үтте. Баш ҡала тамашасыһы хөкөмөнә тәүҙә "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле тәҡдим ителде. Гүзәл Яхина үҙенең романы буйынса ҡуйылған тамашаны инде икенсегә ҡараны. Яҙыусы башҡорт театры эшен юғары баһалай.

Был спектаклгә 800 билет бер нисә көн эсендә һатылып бөткән. Спектакль тамашасыларҙы ғына таң ҡалдырмаған. Уны "Алтын битлек" премияһына тәҡдим итәләр. Тамаша мәртәбәле награданың бер юлы 6 номинацияһына дәғүә итә. "Алтын битлек" премияһын алған еңеүселәрҙең исеме апрелдә билдәле буласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb