Ғафури район китапханаһы - Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе

Ғафури район китапханаһы - Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй  конкурстары еңеүсеһе

Ғафури районында 14 ауыл, 1 район, 1  балалар, 1 үҫмерҙәр китапханаһы бар. Уларҙы 23 китапханасы хеҙмәтләндерә. Бурлы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Табын ауылдарында моделле китапханалар эшләй. Район китапханаһы фондында 100 меңдән ашыу (районда – 362 мең) китап иҫәпләнә. Бында балалар, төрлө тармаҡта эшләүселәр өсөн, нәфис, белешмә әҙәбиәт, насар күреүселәр өсөн Брайль техникаһындағы -Китапханала эшләү ҙур яуаплылыҡ, киң ҡарашлы булыуҙы талап итә. Көн һайын яңы кешеләр менән осрашыу-аралашыу, яңы мәғлүмәттәр алыу, белемеңде тулыландырыу  хас был һөнәргә. 

Ғафури район китапханаһында үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән 9 хеҙмәткәр эшләй. Улар һәр байрамда, каникулдар ваҡытында, ял көндәрендә уйын-күңел асыу программаһы, төрлө акциялар, интеллектуаль конкурстар, "түңәрәк өҫтәл”дәр, викториналар, тренингтар үткәрә.  "Изгелек территорияһы”, "Никотинды витаминға алыштырам”, "Бүләккә әйберҙәр”, "Әйҙәгеҙ, Пушкинды уҡырға” акциялары йылдан-йыл популярлыҡ яулай.

Китапханала сәскә үҫтереүселәр өсөн "Камелия”, сәләмәт тормош яҡлыларға "Сәләмәтлек”, китап уҡырға яратыусылар, компьютерҙа өйрәнергә теләүселәр өсөн дә ҡыҙыҡһыныу клубтары эшләй. Балалар китапханаһы базаһында "Библио-Продленка” мәғлүмәт-ял клубы ойошторолған.

2015 йылдан башлап китапханалары булмаған 6 ауылға библиобуста китаптар, гәзит-журналдар йөрөтөлә.

Ғафури район китапханаһы- халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика, район конкурс, акцияларында ҡатнашып, "Иң яҡшы китап уҡыусы” бәйгеһендә 1-се, 3-сө урындарҙы, "Китапты бейейбеҙ” республика конкурстарында 1-се, 2-се урындарҙы яулағандар.

"Мәрхәмәтле ҡулдарҙан китап”, "Беҙҙең башланғыстар. Фольклор уҡыйбыҙ”, Кесе әҙәби марафон, "Лермонтов шиғриәте көнө”  төбәк-ара, "Экологик белем көнө”, "Библиотөн”, "Рәсәй символдары” Бөтә Рәсәй, "Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” халыҡ-ара акцияларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар һәм дипломдарға лайыҡ булғандар.

 Республика китапханалары араһында З.Биишеваның 110 йыллығына арналған презентация-буктрейлерҙар конкурсында 2-се урынға һәм Ирекмәндәр йылына арналған "Изгелек ҡыл!” фотоконкурсында сертификат алғандар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb