Башҡорт халҡы борон-борондан йырға һәм музыка ҡоралдарында уйнауға ғына түгел, бейеүгә лә маһир булған. Тәүтормош замандарында уҡ барлыҡҡа килгән бейеүҙәрҙә халыҡ үҙенең көнкүрешен, хеҙмәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған. Башҡорттарҙың яңы бейеүҙәре лә боронғо бейеү традициялары нигеҙендә ижад ителә. Уларҙа халҡыбыҙҙың саялығы, ҡыйыулығы, шаянлығы, уңғанлығы ла сағыла. Төрлө уйындарға, ваҡиғаларға арналған, күмәкләшеп таҡмаҡ әйтеп бейегән бейеүҙәр бөгөн дә киң таралған. Рух күтәренкелеге хас бындай бейеүҙәр башҡорт халҡының сағыу ижад өлгөләре булып тора.
Зиһенде, күңелде байытыусы, үҫтереүсе сәнғәт төрө булған башҡорт бейеүенә ғашиҡ оло кешеләрҙе туплаған Ғафури районы Сәйетбаба ауылының "Мырҙаҡай” бейеү ансамбле "Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһенең 1-се, 2-се турында абруйлы жюри ағзаларының иң юғары баһаһын алыуға өлгәште. 2017 йылдың февралендә үткән 1-се турҙа Алик Шәмситов һалған "Быҙыбыт уйындары”, ә 23 августа үткән 2-се турҙа Рәйес Низаметдинов менән Гәүһәр Байбулдина ижад иткән "Түрешле йәйләүендә” бейеүе менән барыһын да хайран ҡалдырҙы һәм 100 балл йыйып, конкурстың финалына үтте.
"Байыҡ”тың 2-се турына әҙерлек осоро ҡыҙыу бесән мәленә тура килһә лә, ансамблгә йөрөүсе һәр кем репетицияларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышты. Етәксебеҙ Гәүһәр Байбулдина мөмкинлектәребеҙҙе аңлап, ҙур тырышлыҡ, түҙемлек һәм иғтибар менән беҙҙе, оло кешеләрҙе бейергә өйрәтте. "Түрешле йәйләүендә” бейеүе беҙҙең төбәктең фольклорына, таҡмаҡтарына, моң-көйҙәренә һалынды. Бейеүҙә ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, гармунсы егеттәр һәм, әлбиттә, быҙыбытсылар уйнаны. Ансамблдең бейеүсе-ҡурайсы егеттәре – Илнар Ишемйәров, Асфат Юлбарисов, Илһам Байбулдин, гармунсылар – өс бер туған Фәнүр, Фәрит, Флүр Фәхриевтар, Нәғим һәм Фәнил Суфияновтар, Хатмулла Байбулдин, саратский гармунда уйнап бейегән Закир Ишмырҙин – һәр береһе талант эйәһе.
Ҡумыҙсы, быҙыбытсы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ: Миңнира Сәйфуллина, Рисәлә Мәүлетҡолова, Хәмдиә Фәхретдинова, Фәниә Фәйзуллина, Мәҙинә Байбулдина, Рәүилә Лоҡманова, Хөснә Заһиҙуллина, Әлфиә Степанова, Земфира Юлбарисова, Разифа Ишембәтова һәм һәләттәребеҙҙе үҫтереп бейеүгә баҫтырған Гәүһәр Байбулдина.
Бейеүгә әҙерлек яуаплылыҡ һәм сығымдар ҙа талап итә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәхнә өсөн кейемдәрҙе – ситек, күлдәктәрҙе (2 бейеү өсөн ике төрлө), камзулдарҙы, түшелдеректәрҙе, яулыҡтар һәм төрлө биҙәүестәрҙе үҙ аҡсаларына тектерҙе һәм һатып алды.
"Мырҙаҡай” бейеү ансамбленең 10 пар бейеүсеһе исеменән етәксебеҙ Гәүһәр Байбулдинаға, бейеү һалған Рәйес Низаметдиновҡа, музыкаль яҡтан биҙәүсе, көйҙәр авторы Илһам Байбулдинға, музыка яҙҙырыусы Ринат Степановҡа, күлдәктәр тегеп биреүсе Гүзәл Яхинаға, Өфөгә барыу өсөн транспорт менән ярҙам итеүсе мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә, егеттәргә, костюмдар биреп тороусы мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Сығанаҡ: http://tabin.ru/mezeniet_ezebiet/4067-beyey-yyrlay-myraay.html