Уҙған шәмбе Ғафури районының Сәйетбаба мәҙәниәт йорто алдында күркәм «Бал байрамы» республика фестивале үтте. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең брендына әүерелгән сара 2011 йылдан алып уҙғарыла.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина, уның урынбаҫары, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова, БР Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге белгесе Руслан Ҡәйепҡолов, Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова умартасыларҙы һәм район халҡын быйылғы уңыш менән ҡотланы .
Сәләмләү һүҙҙәре Район мәҙәниәт һарайы коллективы әҙерләгән театрлаштырылған тамаша, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
– Быйылғы “Бал байрамы” фестивале үткән йылдарҙыҡынан айырылып торҙо – тәүге тапҡыр умартасылар өсөн белем үҫтереү майҙансығы ойошторҙоҡ. Был майҙансыҡтың эшен киләһе йыл киңәйтергә теләйбеҙ, сөнки умартасылыҡ өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр күп. Бал – тотош башҡорт милләтенең бренды, уның баһаһын төшөрмәү – барыбыҙҙың да уртаҡ бурысы,– ти БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова.
Ғафури районының алдынғы умартасыһы Рәдиф Халиҡовтың фаразлауынса, быйыл ҡыш бал ҡорттары өсөн ауыр булмаҡсы. Шуға күрә ул ҡорттарҙы һыуыҡтан һаҡлау буйынса төплө һәм ентекле дәрес үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһының Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге белгесе Руслан Ҡәйепҡолов республикала умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләргә туҡталды.
Йола буйынса фестиваль дауамында бал йәрминкәһе эшләне. Байрамға килеүселәр, татлы ризыҡты тәмләп, оҡшағанын ҡышҡылыҡҡа һатып алды. Бүтән төрлө умартасылыҡ продукцияһына ла ихтыж ҙур булды.
Ғафури районының Сәйетбаба, Еҙемҡаран, Ҡауарҙы, Имәндәш, Бельский ауыл советтары коллективтары, Еҙемҡаран, Сәйетбаба, Имәндәш, Мораҡ мәҙәниәт йорто, Ҡаранйылға, Ҡолҡан ауыл клубтары коллективтары, Сәйетбаба дөйөм белем биреү мәктәбе, мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре, почта, Күп функциялы үҙәк коллективтары төрлө бал һәм көҙгө уңыш хазиналарынан композиция ҡороп, сағыу күргәҙмә ойошторҙо.