Күптән түгел Ғафури районында күренекле яҙыусы, әҙәбиәт белгесе, ғалим Әнүр Хисмәт улы Вахитовтың 85 йыллығына арналған юбилей саралары булып үтте. Сәйетбаба ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ҡатнашыусылар, яҙыусының туғандары башта "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгендә урындағы музей менән танышты.
Әнүр Вахитовтың ижадына һәм тормош юлына арналған фәнни-ғәмәли конференция Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙҙы. "Һәр бер һүҙе ниндәй яҡын миңә, халҡым ижад иткән телемдән” тип аталған был күркәм сарала мәктәп уҡыусылары әҙиптең ижады һәм тормош юлына байҡау яһаны, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Әнүр Вахитовтың ҡыҙы, БР Йәмәғәт палатаһының яуаплы хеҙмәткәре Шәүрә Вахитова, әҙиптең бер туған һеңлеһе Әсмәнең улдары, яҙыусылар Әмир һәм Марат Әминевтар, хеҙмәт ветераны Ханнан Байбулдин һәм башҡалар иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
20 ғинуарҙа иһә Ҡауарҙы урта мәктәбендә Әнүр Вахитов һәм уның бер туған ҡустыһы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа арналған музей асыу тантанаһы булды. Башта яҙыусылар һәм ғалимдар Ғиниәт Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Әмир Әминев, билдәле рәссам Георгий Калитов, скульптор Хәниф Хәбибрахманов, туғандары ошо ике талантлы шәхескә бәйле хәтирәләрен һөйләне.
Музей Р. Зәйнетдиновтың улдары Урал һәм Таһир, Әмир Әминев һәм башҡа туғандары, хеҙмәт ветераны Роберт Баширов тырышлығы менән барлыҡҡа килгән, ә мәктәп етәкселеге ҙур ғына класс бүлмәһен ошо изге эш өсөн бушатырға ҡарар иткән.