Күптән түгел билдәле яҙыусы, Рамаҙан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, мәғариф ветераны Лира-Әхмәт Яҡшыбаева күркәм юбилейын билдәләне. Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының 70 йәшлек юбилейына арналған әҙәби кисә уның ижадын яҡын күреүселәрҙе йыйҙы. Сара йыр-моң, йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы. Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы менән әңгәмәләшеү бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Һәр яҙыусы әҙәбиәт донъяһында үҙ урынын яулай. Тормош тәжрибәһе, белеме, тарихи шәхестәр яҙмышын ентекле өйрәнеүе Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының эҙәрмән рухлы ханым икәнлеген иҫбатлай. Әҙибә үҙ ижадында илһөйәрлек, телһөйәрлек, гуманлыҡ идеяларын яҡтырта. Лира Яҡшыбаеваның ижад емештәре араһында атаҡлы төркиәтсе-ғалим, башҡорттар араһынан сыҡҡан беренсе фән докторы, профессор, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» исемле, әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителгән китабы ла бар.