Ғафури районында Назар Нәжмиҙең 100 йыллығы уңайынан "Йөрәк менән һөйләшеү” тип аталған әҙәби-музыкаль ойошторолдо

Ғафури районында Назар Нәжмиҙең 100 йыллығы уңайынан "Йөрәк менән һөйләшеү”  тип аталған әҙәби-музыкаль ойошторолдо

Күптән түгел Ғафури районында Назар Нәжмиҙең 100 йыллығы уңайынан район Мәҙәниәт һарайында "Йөрәк менән һөйләшеү”  тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сәхнә түрендә шағирға арналған "Мәңге асылыр сер” китап күргәҙмәһе урын алған ине.

Сарала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙиптең күп йыллыҡ ижадын барланы: Зәйтүнә Зәйнешева "Ут күрше”, "Хөппөниса зары”, Гөлфирә Бәширова "Яҙ” шиғырҙарын уҡыны, Ғәзиз Ҡунаҡбаев "Ҡышҡы романс”, Эльвира Насирова "Аҡ сәскәләр”, Хызыр Нәзиров "Өфө йүкәләре”, Рәмил Ҡотдосов "Һиңә тағын мин бер киләм әле”, Фәнзил Ғәлин "Мине юлдар саҡыра” йырҙарын тамашасыларға бүләк итте. 

Р.Ҡотдосовтоң ҡурай моңдары, Алтынай Анисимова менән Дмитрий Локоленконың, Эльвира Хөснөтдинованың бейеүҙәре кисәгә матур биҙәк өҫтәне.

Нәфис һүҙ оҫтаһы Рәзилә Хәбибуллина алып барған сара вокаль ансамбль башҡарыуында күп сараларҙың аҙағында йырланып, гимнға әүерелгән "Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” йыры менән тамамланды.

Кисәне музыкаль яҡтан Наил Вәлиев менән Алик Шәмситов биҙәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb