Ғафури районында “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл асылды

Ғафури районында “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл асылды

Ғафури районының “Табын” гәзите хәбәр итеүенсә http://tabin.ru, күптән түгел Красноусольск ҡасабаһында башҡорт халҡының ҡыйыу улдары "Төньяҡ амурҙары”ның 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориал баҡса һәм һәйкәл асылды.
Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған сараға район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Өфө ҡалаһы ҡунаҡтары, урындағы ойош-
малар етәкселәре, мәктәп уҡыусылары һәм район халҡы ҡатнашты.

Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға хәрби хәрәкәттәр ветерандары, "Мәргән уҡсы” бәйгеһенә республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килеүсе башҡорт милли кейемендә, уҡ-һаҙаҡтар таҡҡан уҡсылар ҙа йыйылғайны. 
Байрам "Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында "Башҡорт” бейеүе менән башланып китте. Ҡурайсылар ансамбле башҡорт халҡының гимны "Урал”ды уйнағас, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров оло тантана менән тәбрикләне, мемориалды төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ҙур күләмле эште атҡарып сығыуға күп көс һалған активистарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

 Сығыш яһаусылар араһында Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының төбәк бүлексәһе башҡарма директоры, "Хәрби дан” музейы директоры Илшат Үтәев, республиканың хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе Миҙхәт Йосопов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Вячеслав Аброщенко, Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре, "Мәргән уҡсы” автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тоҡомдары Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идара рәйесе Зөфәр Әйүпов булды.
-Уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап 1812 йылғы һуғышта республиканан 28 полк ҡатнашҡан. Бөгөн беҙ ошо яуҙа батырлыҡ өлгөһө күрһәткән, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай моңдарын яңғыратып, дан-шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡандар иҫтәлегенә Башҡортостанда беренсе мемориалды асыу өсөн Ғафури еренә йыйылғанбыҙ. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, - тине Юлай Ғәлиуллин үҙ сығышында һәм һәйкәлде ҡуйыу идеяһын тәҡдим итеүсе һәм тормошҡа ашырыусы инициатив төркөм ағзаларына Башҡорт халыҡ ижадының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Ҡотлауҙарҙан һуң тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды. Ирҙәр вокаль ансамбле "Любизар” йырын башҡарғанда "Батыр” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүсе егеттәр ҡылыс менән һуғыш оҫталыҡтарын күрһәтте. Байрам ҡатнашыусыларҙың район үҙәген йәмләп, халыҡты үҙенә йәлеп итеп торған иҫтәлекле урын – 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары "Төньяҡ амурҙары” һәйкәле алдында күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb