Күптән түгел Ғафури районында яҙыусы һәм шағир, олуғ ғалим Әнүр Хисмәт улы Вахитовтың 85 йыллығына арналған хәтер кисәһе булып үтте. Сәйетбаба ауылында уҙған сарала яҙыусының туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Башта ҡунаҡтар "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгендә урындағы музей менән таныштылар, китапханала булдылар. Әнүр Вахитовтың ижадына һәм тормош юлына арналған фәнни-ғәмәли конференция Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙҙы.
Килгән ҡунаҡтар араһында яҙыусының ҡыҙы Шәүрә Әнүр ҡыҙы Вахитова, уның тормош иптәше Ирек һәм ҡыҙҙары Ғәлиә, Әнүр Вахитовтың оло улы Азаматтың ҡыҙы Лиана, бер туған һеңлеһе Әсмәнең кесе улы, сатирик яҙыусы Марат Мөхәмәт улы Әминев, Әсмәнең ҡыҙы, Оло Үтәш башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы мөдире Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Йыһаншина, Ә.Вахитовтың бер туған һеңлеһе Флүрәнең ҡыҙы, Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева, яҙыусының балдыҙы Фәниә Ибраһим ҡыҙы Тимерғазина килгән ине.
Фәнни-ғәмәли конференцияның исеме Әнүр Вахитовтың: "Һәр бер һүҙе ниндәй яҡын миңә, халҡым ижад иткән телемдән”, тип аталды. Уҡыусыларҙан Нәркәс Байбулдина, Алтынай Шәйхолова Әнүр Вахитовтың ижады һәм тормошона бағышланған доклад менән сығыш яһаны, бер төркөм уҡыусылар уның шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Зилә Хөрмәт ҡыҙының сығышы ла ҡыҙыҡлы булды.
Яҙыусы Марат Әминев та бабаһы хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:
- Бабайым вафат булғанда миңә 17 йәш ине. Бәләкәй саҡта һәм үҫмер йылдарымда уларға йыш барып йөрөнөм. Уларға барһаң эшенән туҡтап, ҡаршыһына ултырта ла, 10-15 минут самаһы минең менән һөйләшеп алыр ине. Ниндәй китап уҡыуым, киләсәккә пландарым менән ҡыҙыҡһына, үҙе үк китаптар тәҡдим итә. Ул Рауил Бикбаев, Яныбай Хамматов кеүек яҙыусылар менән аралашып йәшәне. Һәр яҙыусы тиерлек яҙған әҫәрен башта уға уҡытыр ине. Әнүр Хисмәт улынан ыңғай баһа алыу яҙыусылар араһында ҙур мәртәбә иҫәпләнде. Быға күп яҙыусыларҙың көндәлектәре менән танышҡандан һуң да инанырға мөмкин. Өйҙәрендә Салауат, Шәүрә лә һәр саҡ китап уҡырҙар, тик башҡортса ғына аралашырҙар ине. Ғөмүмән, ул бөйөк шәхес булды, - тине һәм үҙенең китаптарын мәктәпкә бүләк итте.
Ә 20 ғинуарҙа Ҡауарҙы урта мәктәбендә Әнүр Вахитов һәм уның бер туған энеһе, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа арналған музей асыу күҙаллана.