Ғафури районында Зәки Мәхмүтов исемендәге йыр бәйгеһе үтә

Ғафури районында Зәки Мәхмүтов исемендәге йыр бәйгеһе үтә

Быйылғы йыр бәйгеһе Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала. 
Конкурсты ойоштороусылар: Ғафури районы муниципаль район хакимиәте, район мәҙәниәт һарайы муниципаль бюджет учреждениеһы.
Маҡсаттары һәм бурыстары: Зәки Мәхмүтов ижадын пропагандалау; яңы үҙешмәкәр таланттарҙы асыҡлап, уларҙың башҡарыу оҫталығын үҫтереү, халыҡсан  башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү; йәш башҡарыусыларҙың ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, дәртләндереү.
Конкурс уҙғарыу шарттары: асыҡ конкурс 2019 йылдың 28 февралендә Красноусол ауылында уҙа. Унда махсус вокаль белеме булмаған яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша, йәше һәм шөғөлдәренә ҡарата сикләү юҡ. Урта махсус уҡыу йорттарының вокал бүлектәренең беренсе һәм икенсе курс студенттары ла ҡатнаша ала. Элекке конкурстарҙа Гран-при алыусылар ҡатнаштырылмай. 
Бәйгеселәр өс йәш төркөмөнә бүленә: 16 йәшкә тиклемгеләр; 16 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр; 60 йәштән өлкәндәр. 
Конкурс бер турҙа уҙа. 16 йәштән 60 йәшкә һәм 60 йәштән өлкән ҡатнашыусылар ике әҫәр: башҡорт халыҡ  йыры - оҙон көй һәм автор йыры - оҙон көй башҡара.  16 йәшкә тиклемге конкурсанттар башҡорт халыҡ йыры - оҙон көйөн һәм автор репертуарынан халыҡ йырын башҡарырға тейеш. 
Конкурстың баһалаусылары: жюриҙа Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары, райондың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре була. 
Бүләкләү. Еңеүселәр һәр йәш категорияһында айырым билдәләнә. Иң оҫта башҡарыусыға Гран-при бирелә. 
Ойоштороу комитетының адресы: Коммунистик урамы, 14/1, район мәҙәниәт һарайы; электрон адресы: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., тел.: 2-16-88, 8-927-953-64-43 (Рәмил Ҡотдосов).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb