Ғафури районының Мәҙәниәт һарайында "Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән бәйге үтте

Ғафури районының Мәҙәниәт һарайында "Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән бәйге үтте

Күптән түгел Ғафури районының Мәҙәниәт һарайында Красноусол ағинәйҙәре  ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм район китапханаһы менән берлектә "Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, фәһемле сара - конкурс үткәрҙе. Байрамда ейән-ейәнсәрҙәре менән биш өләсәй ҡатнашты.
Өләсәйҙәр үҙҙәре менән таныштырып үткәндән һуң, бишек йырын да йырланылар, әкиәттәр ҙә һөйләнеләр, концерт номерҙары менән дә сығыш яһанылар. Шулай уҡ сәхнә түрендә үҙҙәре әҙерләгән милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙән күргәҙмә лә ойошторғандар. 

Сара барышында өләсәй: "Ейәндәребеҙгә үҙебеҙ уйнап үҫкән уйындарҙы, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, бергәләшеп байрам итеп алайыҡ”, - тигәс, ағинәйҙәр элекке уйындарҙы ла иҫтәренә төшөрөп, күмәкләшеп "Үгеҙ йөҙөк”, "Наза” уйындарын уйнанылар. Ә инде һәр сығышты жюри баһаланы.

Шулай итеп, үҙенсәлекле, матур байрамды алып барып, өләсәй һандығында нимәләр барлығын барлаған Красноусолдан 2 ҡыҙ әсәһе, 4 ейән, 2 ейәнсәрҙең һәм бер ҡиәмәтлек ейәнсәрҙең өләсәһе Гөлшат Вәлиева һәм Юлыҡтан ҡыҙы, ейәнсәре менән Нәфисә Ҡужина 3-сө урынға лайыҡ булды. Ҡауарҙы ауылынан 2 ҡыҙ, 1 улдың әсәһе һәм өләсәй Рәмилә Ғәлина (ҡәйенһеңлеһенең ҡыҙының ҡыҙы Сулпан менән ҡатнашты) менән Үзбәктән 4 ҡыҙ, 2 улдың әсәһе, 16 ейән-ейәнсәрҙең өләсәһе Миңзилә Ғәлинаның сығышы 2-се урын менән баһаланды. Ә 1-се урынды Толпар ауылынан 3 ул һәм 3 ҡыҙ әсәһе, 3 ейәнсәр, 1 ейәндең өләсәһе Миңнисара Фәтҡотдинова яуланы. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе, балалар бағыусылар әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды.

Сара һуңында район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова сараны ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.

Быуындар күсәгилешлелеген сағылдырған, туған телде бар нескәлегендә, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыуға ҡоролған нәфис тамаша өләсәйҙәр әҙерләп килтергән ризыҡтарҙы тәмләп, сәй эсеү менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb