Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Быйылғы бәйге Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлана. Ярышта ҡатнашыуға солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Сара ике турҙа өс йәш категорияһы – 12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр – буйынса үтәсәк. Конкурсанттар оҙон һәм ҡыҫҡа көй башҡарырға тейеш. Репертуарҙы улар үҙҙәре һайлай. Ә һөнәри белеме булған 16 йәштән өлкәндәр билет буйынса оҙон көй башҡарасаҡ. Ҡурайсылар ансамблдәре иһә бер турҙа ярыша. Барлыҡ ҡатнашыусылар жюри ағзаларын уйнау оҫталығы менән генә түгел, ә көйҙөң тарихын, легендаһын белеүе йәһәтенән дә һоҡландырырға тейеш. Заявкаларҙы ҡабул итеү 10 майға тиклем дауам итә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге. Тел./факс – 8 (347) 289-65-50, e-mail: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 23 адресы буйынса ла ҡабул ителә. Телефон: 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30, e-mail: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра..