Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамына заявкалар ҡабул итеү башланды. Быйыл ул майҙа Октябрьский ҡалаһында үтә.
Ҡатнашыу өсөн үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ ансамблдәр саҡырыла. Улар 3 йәш категорияһында ярышасаҡ.
Республика ҡурай байрамы 2020 йылдан ойошторолоп килә. Ул милли уйын ҡоралын пропагандалау һәм популярлаштырыу, һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, башҡарыу традицияһын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Заявкаар 15 майға тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы.