Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурс Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арнап ойошторола.

Ярышта ҡатнашыуға солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Сара ике турҙа өс йәш категорияһы – 12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр – буйынса үтәсәк. Конкурсанттар оҙон һәм ҡыҫҡа көй башҡарырға тейеш. Репертуарҙы улар үҙҙәре һайлай. Ә һөнәри белеме булған 16 йәштән өлкәндәр билет буйынса оҙон көй башҡарасаҡ. Ҡурайсылар ансамблдәре иһә бер турҙа ярыша. Барлыҡ ҡатнашыусылар жюри ағзаларын уйнау оҫталығы менән генә түгел, ә көйҙөң тарихын, легендаһын белеүе йәһәтенән дә һоҡландырырға тейеш.

Заявкалар 10 майға тиклем ҡабул ителә, ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова.

Республика ҡурай байрамы июндә Октябрьский ҡалаһында үткәрелә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb