Быйылғы Республика Ҡурай байрамында төп призды Өфө егете яуланы. Ғата Сөләймәнов исемендәге фестиваль Октябрский ҡалаһында үтте. Унда иллеләп яңғыҙ башҡарыусы, 8 ансамбль көс һынашты. Иң йәш ҡурайсыға- Сибайҙан Динислам Утарбаевҡа-7, иң өлкәненә- Стәрлетамаҡтан Фуат Юнысбаевҡа 65 йәш ине. Гран-приға Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Фәиз Шәрипов лайыҡ булды. Ул – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка студияһы етәксеһе, өлкән уҡытыусы. Бәйге гала-концерт менән тамамланды. Еңеүсегә 100 мең һумға сертификат тапшырылды.