Ағымдағы йылдың 13 март көнө яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тула.
Шәхестең тыуып үҫкән яғында Ауырғазы районының Солтанморат ауылында билдәле дата уңайлы саралар уҙғарыу ҡаралған. Әҙиптең тыуған ауылы Солтанморатта Татарстандан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты делегацияһының ҡатнашыуы көтөлә.
«Яҙыусының бөйөклөгө уның ябай, кешелекле булыуы менән дә бәйле. Ғәлимйән Ибраһимовта шул сифаттар бар ине, уның менән бер һөйләшеп ултырыу — үҙе бер ғүмер...» тип яҙып ҡалдырған Сәғит Агиш.
Ғәлимйән Ибраһимов 1887 йылдың 13 мартында хәҙерге Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа. Өс йыллыҡ мәктәпте яҡшы тамамлағас, уҡытыусыһы уға Пушкин китаптарын бүләк итеп: «Ғәлимйән, Пушкин — урыҫ әҙәбиәте пәйғәмбәре, һин мосолман халҡы әҙәбиәте пәйғәмбәре бул!» — ти. Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә биш йыл уҡый. Унан һуң Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Һабаҡташтары — Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш, Мәжит Ғафури менән шунда дуҫлаша. «Яҙ башы» тигән беренсе хикәйәһе 1910 йылда донъя күрә. Унан һуң «Ҡаҙаҡ ҡыҙы», «Беҙҙең көндәр», «Йәш йөрәктәр», «Тәрән тамырҙар» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Бер үк ваҡытта фәндең төрлө тармаҡтары менән етди шөғөлләнә. Телдең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, тарихы тураһында махсус хеҙмәттәр баҫтыра. Уның грамматика буйынса баҫтырған хеҙмәттәре барлыҡ төрки телле халыҡтарҙа уҡыу-уҡытыу әсбабы сифатында ҡулланыла. 1925 йылда әҙипкә «академик» дәрәжәһе бирелә. 1928 йылда ул — «Хеҙмәт Геройы» исеме дәрәжәһенә күтәрелә.
Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер (дүрт ай Колчак армияһы тылында разведчик), йәмәғәт эшмәкәре, Ленин, Сталин менән берлектә милли мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе..... Ғәлимйән Ибраһимов 1915—1917 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыта. Барыһынан да бигерәк, ул көслө прозаик була.
Ғ. Ибраһимовтың әҙәби әҫәрҙәре (хикәйә, повесть, романдары) урыҫ теленә тәржемә ителә. Урыҫ теле аша улар, башҡа милләттәргә, Ер йөҙөнә тарала. Ләкин илдә ҡупҡан репрессия дауылдары Ғ. Ибраһимов ише бөйөк шәхесте лә урап үтмәй. 1937 йылдың ғинуар айында Ҡазандағы Пләтән төрмәһендә яҡты донъя менән хушлаша. 20 йылдан һуң ғына аҡлана.
Гүзәл Багаева