7 июндә Сочи ҡалаһында Евразия иҡтисади союзы саммиты сиктәрендә Евразия халыҡтарының мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале уҙҙы.
Фестивалдә Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй илдәренең данлыҡлы коллективтары сығыш яһаны.
Сочи башлығы урынбаҫары Елена Канюк былай тип билдәләне: «Был иҫ киткес ижади осрашыу. Ошондай ҙур саралар ойошторорға ярҙам иткән РОСКОНЦЕРТҡа һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәт».
Рәсәй исеменән фестивалдә Башҡортостан Республикаһының Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, М.Е. Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры һәм Адыгеяның «Нальмэс» дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.
Ғәскәровсылар фестивалдә Рәсәйҙең бер юлы өс халҡы - коряк, алтай һәм башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙы.