Уҙған көндәрҙә ғәскәровсылар 85-се юбилей ижад миҙгелендәге премьера концертын тәҡдим итте.
Беренсе бүлектә тамашасылар «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектаклен ҡараны.
Ошо постановкала «Урал батыр» эпосы яңы яңғыраш алды. Бында башҡорт мәҙәниәтенең оҫталығы һәм байлығы - яңғыҙ лирик, виртуоз һәм сағыу номерҙар тәҡдим ителде. Ҙур сәхнәлә спектакль тәүгә күрһәтелде.
Концерттың икенсе бүлексәһен ғәскәровсылар «Гөлнәзирә» тау-башҡорт бейеүе менән асты һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен - испан, молдаван, аргентин, хорезм, уйғыр һәм башҡа бейеүҙәрҙе, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондынан спектаклдәрҙе башҡарҙы. Был концерт «Әсе әрем хәтере» йәки «Әсе әрем» спектакленең премьераһы булыуы менән дә билдәләнде. Бейеүҙең авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин.