Ғәскәровсылар Бельгияла Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ

Ғәскәровсылар Бельгияла Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ

Фәйзи Ғәскәров ансамбле "Русские сезоны" проекты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә Бельгия Короллегенең баш ҡалаһы Брюсселдә Башҡортостандың хореография сәнғәтен һәм башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтәсәк. Сара 22 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла.

Программаға Ғәскәров мираҫының алтын фондынан бейеүҙәр ингән: "Ете ҡыҙ" лирик бейеүе, "Гөлнәзирә" тау-башҡорт бейеүе, "Заһиҙә". Шулай уҡ Хашим Мостаевтың "Бөрйән ҡыҙҙары", Риф Ғәбитовтың  "Еҙ үксә", "Көтөүсе йыры", Рәис Низаметдиновтың "Ете ырыу" башҡорт һәм Алексей Шишкиндың "Калинка" рус халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк.

"Рус миҙгелдәре" - халыҡ-ара бәйләнештәр өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан һәм мәҙәниәттең ысын тыныслыҡ илсеһе булыуын сағылдырған үҙенсәлекле проект.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb