Ғәскәровсылар Мәскәү дәүләт академия филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһаны

Ғәскәровсылар Мәскәү дәүләт академия филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһаны

Ижади коллектив Фәйзи Ғәскәровтың 110 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара уҙғарҙы. Петр Чайковский исемендәге концерт залына төрлө бейеү коллективтары солистары, ҡасандыр ансамблдә эшләп китеүселәр йыйылды.

Мәскәү тамашасыһы билдәле балетмейстр Фәзи Ғәскәров сәхнәләштергән бейеүҙәрҙе ҡайнар сәләмләне. Хореографтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған юбилей миҙгеле Петр Чайковский исемендәге концерт залында башланды.

Юбилей концертына ансамбль коллективы етди әҙерләнә. Алтын фондҡа ингән бейеүҙәрҙе яңынан сәхнәләштереү – ҙур яуаплылыҡ. Бейеүселәр әйтеүенсә, тулҡынланыу булһа ла, Мәскәү тамашасыһы һәр ваҡыт йылы ҡаршылай, шуға күрә концерт юғары кимәлдә һәм бер тынала үтә.

Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 80 йылдан ашыу сағыу сығыштары менән ҡыуандыра. Юбилей йылы башҡаларынан үтә ныҡ айырылмай. Һуңғы ике йыл, пандемия арҡаһында күп үҙгәрештәр кисерергә тура килде, ти ансамбль етәкселеге. Ләкин бейеү коллективы гастролдәрен дауам итә. Быйыл Калининград, Ҡырым тамашасыларына сәхнә әҫәрҙәрен күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған.

Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә арналған саралар Өфөлә лә үтәсәк. 21 октябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур байрам көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb