Ғәскәровсылар Мәскәүҙә Кремль һарайында сығыш яһарға әҙерләнә

Ғәскәровсылар Мәскәүҙә Кремль һарайында сығыш яһарға әҙерләнә

11 мартта Мәскәүҙәге Кремль һарайында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 85 йыллыҡ юбилейына арналған концерт бирә. “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһында тамашасылар милли бейеүебеҙ сәнғәтенең классик өлгөһөнә әүерелгән “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”ҙы, “Төньяҡ амурҙары”н, “Шаян ҡыҙҙар”ҙы һәм мәшһүр Фәйзи Ғәскәров мираҫының башҡа алтын өлгөләрен күрә ала. Программала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореографик композициялар ҙа урын ала.

Күренекле бейеү коллективы, әлбиттә, концерт программаһының атамаһына ярашлы, башҡа халыҡ сәнғәте өлгөләрен дә күрһәтә. Ҡаҙаҡ, испан, Хорезм, Аргентина, ҡытай бейеүҙәре һәм башҡалар артистарыбыҙҙың оҫталыҡ кимәлен, ҙур талантын асырға тағы ла нығыраҡ булышлыҡ итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb