Ғәскәровсылар Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролдәргә юлланды

Ғәскәровсылар Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролдәргә юлланды

Һуңғы 10 йылда тәүге тапҡыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төньяҡ Кавказ төбәгенә гастролдәргә сыға.

Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур турне "Беҙ - Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә үтә.

Концерттарҙы Ғәскәров мираҫының алтын фондынан башҡорт классик бейеүе "Зарифа" менән асыла. Тамашасылар билдәле "Ете ҡыҙ" бейеүен дә ҡараясаҡ. Ансамблдең яңы постановкалары араһында - Алексей Шишкиндың "Русь" хореографик композицияһы. Был миҙгелдең премьераһы - "Адыгея" дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры Аслан Хаджаев ҡуйған «Адыгские уджи» черкес бейеүе. 

Ғәскәров ансамбле түбәндәге ҡалаларҙа сығыш яһай:

22 апрель - Волгоград ҡалаһы,

24 апрель - Әстрхан ҡалаһы

26 апрель - Ставрополь ҡалаһы

27 апрель - Майкоп ҡалаһы

28 апрель - Пятигорск ҡалаһы

29 апрель - Грозный ҡалаһы

30 апрель - Махачкала ҡалаһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb