Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей грантҡа эйә булды

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей грантҡа эйә булды

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылындағы  БАССР-ҙың халыҡ артисы, тәүге башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей интерактив этнографик күргәҙмә булдырыу өсөн республика Башлығының 270 мең һумлыҡ грантына эйә булды.

109 кв. метрлы музейҙа өс зал бар. Беренсе залда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың экспозициялары урынлашҡан, икенсе зал хәрби һәм хеҙмәт данына, ә өсөнсө зал этнографияға арналған.

− Былтыр беҙ “Иң яҡшы учреждение” конкурсында ҡатнашып 100 мең һумлыҡ грант отҡайныҡ. Ул аҡсаға музейға интернет үткәрҙек, ноутбук, төҫлө принтер алдыҡ, һәм күргәҙмәләр өсөн витриналар яңыртылды. Быйыл да республика Башлығы грантын алдыҡ. Бының өсөн үткән йыл, октябрь айында, те-йешле документтар тултырып ебәргәйнек. Биреләсәк 270 мең һум аҡсаға этнография залына тирмә аласаҡбыҙ. Унда башҡорт халҡының боронғо йәшәйеше сағыласаҡ. Шулай уҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов залына интерактив күргәҙмә өсөн проектор, экран һәм ултырғыстар ҙа алынасаҡ. Музейға килеүселәргә композитор тураһында фильмдар ҡарау мөмкинлеге буласаҡ, - ти музей директоры Альфира Ниғмәтуллина.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен-дәге музей менән танышырға йыл һайын республикабыҙҙан һәм Ырымбур өлкәһенән 1500-ҙән артыҡ кеше килә.

Сығанаҡ: http://yshatir.ru/mezeniet/4734-tay-ttene.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb