«Ҡара йөҙҙәр» Мәскәүҙән ҡайтты

«Ҡара йөҙҙәр» Мәскәүҙән ҡайтты

Башҡорт академия драма театры 24 мартта Мәскәүҙә уҙғарылған, театр сәнғәтендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән Рәсәй театрҙарын бергә йыйған «Алтын битлек» Милли премия - фестивалендә «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсценировкаһы) спектакле менән сығыш яһаны. Спектакль тамамланғас та Мәскәүҙең билдәле театр тәнҡитселәре, режиссерҙары, йәмәғәтселек вәкилдәре, күп һанлы яҡташтарыбыҙ йыйылған залдың аяғүрә баҫып бик оҙаҡ алҡышлауынан, сығыштарға баһа биргән Рәсәйҙең билдәле театр белгестәренең киң йылмайып ихлас ҡул сабыуҙарынан уҡ «Ҡара йөҙҙр»ҙең уңышы үтеүен тойорға мөмкин ине. Һәм шулай булды ла. Мәҫәлән, билдәле театр тәнҡитсеһе Анна Степанова «Ҡара йөҙҙәр»ҙең режиссураһына (А.Абушахманов), Ғәлимә ролен башҡарыусы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева уйынына, спектаклдең сценографияһына, костюмдарға (А.Нестеров) ҡарата бик йылы һүҙҙәр әйтте. «Спектакль, бер ҡараһаң, хәйләһеҙ, икенсе яҡтан, ҡурҡыныс кеүек. Йә боронғо башҡорт ауылының фольклор картинаһын хәтерләтә, йә бөгөнгө енәйәт хрониканың бер өлөшө тиерһең. Ә зал нисек уңышлы файҙаланылған, аҙан тауыштары нисек тәбиғи яңғырай унда! Дини тәғлимәттәрҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, тар мәғәнәлә аңлаған фанатиктарҙың әҙәм балаһындағы иң яҡшы, кешелек сифаттарын юҡ итеүе хаҡында әйтеп биреү бөгөнгө көндә үҙенсә ҡыйыулыҡ ул. Мин Ғафури театрын ихлас ҡотлайым », - тине.

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb