Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторолоуға 50 йыл

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторолоуға 50 йыл

Республика ҡатын-ҡыҙҙарының яратып уҡыған журналдарының береһе – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторолоуға 50 йыл.

Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева хәбәр итеүенсә, журналдың юбилейына арналған сара 2 мартта Конгресс-холда үтәсәк. Ошо көндәрҙә редакция хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков тәбрикләне: «Журналдың тәүге һаны донъя күргәндән алып, ул гүзәл зат вәкилдәре өсөн генә түгел, бөтә уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы баҫмаға әйләнде. Сөнки уның биттәрендә тормоштоң бөтә төрлөлөгө сағыла. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, ғаилә тормошо психологияһы, бала тәрбиәләү һәм диета, ҡул эштәре дәрестәре тураһында материалдар менән бер рәттән бында тормоштоң төрлө өлкәләре, шул иҫәптән заманса этапта барған социаль-сәйәси үҙгәрештәр хаҡында мәҡәләләр баҫыла; тәрбиә һәм белем биреү буйынса кәңәштәр бирелә. Рәсәйҙә ижтимағи-сәйәси хәл тәьҫирендә ваҡыт менән баҫмала ҡатын-ҡыҙҙар һорауҙары буйынса: ҡатын-ҡыҙ белеме мәсьәләләре, хеҙмәт, хоҡуҡи хәле, сит илдә ҡатын-ҡыҙ тормошо, күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош юлы тураһында материалдар артҡан», — тиелә ҡотлауҙа.

Башҡортостан ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнгән башҡорт телендәге журналы, 1968 йылдың ғинуарынан башлап сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте.

Журналдың төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре: Кәтибә Кинйәбулатова (1968 — 1975), Рустамова Р. С. (1975 — 1978), Гөлфиә Юнысова (1978 — 1999), Йомабикә Ильясова (1999 — 2013),Гөлназ Ҡотоева— 2013 йылдан алып әлеге көнгәсә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb