«Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

«Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күренекле  яҙыусы, «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Гөлнур Яҡупова – билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ярты быуаттан ашыулыҡ хеҙмәт, ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышланы, милли әҙәбиәтебеҙҙе сағыу әҫәрҙәр менән байытты.

«Ҡатындар» исемле трилогия: "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған.

"Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр. Трилогияның теле - зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел.

 Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география,тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.

Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb