Ҡазан мосолман киноһы фестивалендә Кирстен Гайнеттың фильмы ҡатнаша

Ҡазан мосолман киноһы фестивалендә Кирстен Гайнеттың фильмы ҡатнаша

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Кирстен Гайнеттың «О чем грустит наш дом» фильмын Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә күрһәтәләр.

Картина бөгөн, 4 сентябрҙә «Ривьера» комплексында күрһәтеләсәк.  Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм 2018 йылда төшөрөлгән. Кирстен Гайнет (Ғәйнетдинова) — режиссер, продюсер һәм оператор. Башҡортостандың Белорет районында тыуған, әле Истанбулда йәшәй.

Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале Татарстандың баш ҡалаһында 4-10 сентябрҙә уҙа. Фестивалдә Рәсәй, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Египет, Испания, Италия, Иран, АҠШ, Төркиә, Тажикстан, Үзбәкстан, Япония һәм башҡа илдәрҙән эштәр ҡатнаша. Фестиваль барышында Ирина Алферова менән осрашыу була, тип хәбәр итә «Татар-информ». Шулай уҡ Египет киноһы көндәре, Швейцария көнсығыш кино фестивале, Дини кино фестивале, танылған актерҙар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb