Ҡазан ҡалаһында Башҡорт академия драма театры гастролдәре ҙур уңыш менән тамамланды

Ҡазан ҡалаһында Башҡорт академия драма театры гастролдәре ҙур уңыш менән тамамланды

Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре ҙур уңыш менән тамамланды.

Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән Рәсәйҙең, Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов һәм театр артисткаһы Римма Ҡаһарманова бүләкләнделәр. Рәхмәт хаттары Башҡортостандың Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Ринат Баймырҙинға, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Сафинға, гастролдәр ойоштороу буйынса театрҙың вәкиле Нина Рамаҙановаға тапшырылды.

Әйткәндәй, гастролдәр Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә уҙҙы. Биш көн эсендә алты спектакль ҡуйылды, улар аншлаг менән барҙы. Башдрамтеатр артистары Ҡазан тамашасыларына һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итте: башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр», «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц.), «Баллы, тирәкле Балтирәк» (А.Ишбулдина), «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Ф.Бүләков), «Иң бәхетле төн!..» (А.Касона), «Бәхет хаҡы» (Х.Мөҙәрисова) спектаклдәре.
Коллектив бөгөн Өфөгә ҡайта. Был ижади сәфәр артистарҙың да һәм тамашасыларҙың да күңелдәрендә йылы тәъҫораттар ҡалдырҙы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb