Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар

24 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа бөйөк башҡорт шағирының тыуыуына 102 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль флешмоб үтте. Уны Татарстан Республикаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы – башҡорттар ҡоролтайы ойошторҙо.

Байрамда Ҡазан ҡалаһының "Залесный" мәҙәни үҙәгенең башҡорт театры солистары, Ҡазан ҡалаһының күп милләтле йәкшәмбе мәктәбенең башҡорт бүлеге уҡыусылары һәм "Киләчәк" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Байрамда Мостай Кәримдең башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө шиғырҙары яңғыраны, "Аҡ тирәк" йыр театрының "Йолалар" музыкаль тамашаһы күрһәтелде.

Сараға килеүселәр туған телендә ихлас аралашты, ҡурай моңон тыңланы. Мостай Кәрим исемендәге фондтан ошо көн хаҡында иҫтәлеккә бүләктәр һәм Мостай Кәримдең китаптары тапшырылды.

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар
Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар
Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар
Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар
Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алдылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb