19 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҡазан ҡалаһындағы гастролдәре тамамланды.
Гастролдәр мәлендә һәр кис залдар тулы булды, тамашасылар актерҙарҙы ҡайнар алҡыштар менән ҡаршы алды һәм спектакль тамамланғас баҫып алҡышлап хушлашты.
Коллектив алты көн эсендә Татарский театр имени Камала (ТГАТ им.Г.Камала) сәхнәһендә – ун бер спектакль, шулай уҡ мәғариф ойошмаларында 3 спектакль уйнаны, «Залесный» мәҙәниәт үҙәгендә осрашыуҙа ҡатнашты.
Гастролдәр Айрат Абушахмановтың «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) музыкаль комедияһы менән ябылды. Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Натфуллин, коллективты уңышлы гастролдәр менән тәбрикләп, мәҙәниәт үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм ижадсыларға хөкүмәт наградаларын тапшырҙы. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова - «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһе; театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, актриса Лилиә Ғәлина һәм Зилиә Ситдиҡова – Татарстан Республикаһының Маҡтау Грамотаһы менән, актерҙар Юнир Ҡоланбаев, Айнур Ситдиҡов, тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәр ойоштороу бүлеге етәксеһе Лилиә Жамалова Татарстан Республикаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.