Ҡазанда күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа һәйкәл асылған

Ҡазанда күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа һәйкәл асылған

“Татинфрм” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  күптән түгел 7 ноябрҙә М. Жәлил исемендәге Ҡазан опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа рәсми рәүештә һәйкәл асылған. Сарала скульптура авторы Зураб Церетели ҡатнашҡан.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә бөйөк яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштереләсәк. Һәйкәлде Зәки Вәлиди урамында, Социнвестбанк янында ҡуйыу күҙаллана.

Рудольф Нуреев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөләге балалар фольклор ансамблендә бейей башлай, Мәҙәниәт һарайында шөғөлләнә.

Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ ҡалала бейеүсе хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb