Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге урам булдырыласаҡ

Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге урам булдырыласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Ҡазандың Киров районындағы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме биреләсәк. Тейешле ҡарарға Ҡазан ҡала советының башҡарма комитетында ҡул ҡуйылған.

«Ҡазан ҡалаһының Киров районында «Салауат күпере» торлаҡ комплексы биләмәһендәге 1-се урамға башҡорт совет шағиры, яҙыусы һәм драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы лауреаты Кәримов Мостафа Сафа улының исемен (1919-2005) бирергә һәм бынан һуң «Мостай Кәрим урамы» тип йөрөтөргә», — тиелә документта.

Башҡортостандың байтаҡ тораҡ пункттарында, шул иҫәптән Өфөлә яҙыусының исемен йөрөткән урамдар бар. 2018 йылдың ғинуарында — Мәскәүҙең Данилов районындағы урам, ә 2019 йылдың ғинуарында Алматының Әүәзов районындағы урам Мостай Кәримдең исемен алды.

2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 22 декабрендәге бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb