Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Татарстандың баш ҡалаһында башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең классигы Мостай Кәримгә һәйкәлде асыу рәсми тантанаһы үтте. Скульптураны Мәскәү рәссамы Андрей Ковальчук эшләне. Ул шулай уҡ шағирҙың Өфөләге һәйкәленең авторы.

Тантанала Башҡортостан һәм Татарстандың башлыҡтары Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. һәйкәлде асыу ТАССР-ҙың 100 йыллығына арналған саралар сиктәрендә үтте.

Скульптура шағирҙы Урал тауҙары буйында ултырған килеш кәүҙәләндерә. Һәйкәл Ырымбур тракты менән Даур һәйкәле урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

Мостай Кәримгә Ҡазанда һәйкәл ҡуйыу тураһында былтыр, Башҡортостанда Татарстан көндәре үткәргән ваҡытта, "Нур" татар театры янында Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡанда хәл ителә.

Татарстан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Татарстан менән Башҡортостан Республикалары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн "Татар Автономия Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл" миҙалы менән бүләкләнде.

Башҡортостан Башлығы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән - Рәсәй рәссамдар союзы рәйесе Андрей Ковальчукты, Салауат Юлаев ордены менән - шағир Ренат Харисовты, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән - Ҡазан ҡалаһы хакимиәт башлығы Илсур Метшинды һәм "Эталон" төҙөлөш компанияһы" ЯСЙ директоры Андрей Закамскийҙы бүләкләне.

Фотолар: «БИЗНЕС Online».

Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды
Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb