Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә http://tv-rb.ru/bash/novosti, Ҡағалым ҡалаһында башҡорт һабантуйы үткән. Республикабыҙҙан ике меңдән ашыу кеше төйәк иткән төбәк байрамы яҡташтарыбыҙ өсөн осрашып аралашыу, танышыу майҙаны ғына түгел, ә тулы мәғәнәһендә рух тантанаһына әүерелде. Сарала икенсе йыл рәттән ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары башҡарыуындағы йыр-моң, бейеүҙәр байрамға ҡот өҫтәне.
Сит тарафта яҡташтарыбыҙ татыу һәм берҙәм булып йәшәй. Ҡағалымда республикабыҙҙан сыҡҡан төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән «Нур» йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Һабантуй ҙа, улар тырышлығы менән үтте. Йыл дауамында төбәктә уҙған байрам сараларында ла улар әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй ҡала башлығы Николай Пальчиков үҙе лә сығышы менән Башҡортостандан.
Республика башлығы исеменән ҡотлау хатын, Ханты-Манси автономиялы округында эшмәкәрлек алып барыусы Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин еткерҙе. Ул «Нур» ойошмаһының иң әүҙем ағзаларына бүләк тапшырҙы. Һабантуйҙың иң сағыу өлөшө, әлбиттә, көрәш. Сығышы менән Ауырғазы районынан булған Марат Ибраҡов көнбайыш себерҙә уҙған һабантуйҙарҙа оҙаҡ йылдар баш судья вазифаһын башҡара. Тәжрибәһе, тәүәкәллелеге менән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған яҡташыбыҙ быйылғыһынан да бик ҡәнәғәт.
Ҡағалым ҡалаһында үткән һабантуй ҡатнашыусылары Башҡортостанға ҡайтып килгәндәй булдыҡ тип таралышты.