«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса премьера менән асыла. Ҡаҙағстан телевидениеһында театрҙы асыу тураһында сюжет күрһәтелде.
Спектаклдең ҡаҙаҡса исеме — «Асыл арман» («Изге хыял»). Автор 20 февралдәге премьераға саҡырылған.
Әле Сәнғәт институты театр факультетының иң яҡшы 13 студентынан торған төркөм репетициялар яһау менән мәшғүл. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театрында ҡуйыу өсөн яҙылған Өфө драматургы Әнгизә Ишбулдинаның һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың әҙер инсценировкаһын нигеҙ итеп алғандар.
Спектаклде Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театрының ҡуйыусы режиссеры Фәрхәдбәк Ҡанафин сәхнәләштерә. Режиссер әйтеүенсә, Яңы Йәштәр театрында көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрергә кәрәк, шуға күрә етем балаларҙың ауыр яҙмышы тураһында әҫәрҙе һайлаған.
Өлкә йәштәр театры Күкшетау ҡалаһында — Аҡмола өлкәһе үҙәгендә асыла. Уны асыу 2019 йылда илдә иғлан ителгән Йәштәр йылына арнала. Театр урындағы студенттарҙың башланғысы менән ойошторолған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Башҡортостанда ла, унан ситтә лә популярлыҡ яуланы, бик күп телдәргә тәржемә ителде, яңынан баҫылды, бестселлер тип танылды.