Ҡаҙаҡстанда Башҡорт академия драма театрының «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында еңеүсе тип танылды

Ҡаҙаҡстанда Башҡорт академия драма театрының «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында еңеүсе тип танылды

Ҡаҙағстан һәм Урта Азия илдәренең VII Халыҡ-ара театр фестивале һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт академия драма театрының «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектакле II урынға лайыҡ булды - «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһында еңеүсе тип танылды һәм 1000 000 тәнкәлек сертификат менән бүләкләнде.

2018 йылдың 30 октябренән 6 ноябренә тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Талдыҡурған ҡалаһында Астананың 20 йыллығына һәм ҡаҙаҡ халҡының дәүләт эшмәкәре Темирбек Жургеновтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған VII Халыҡ-ара театр фестивале үтте. Фестивалдә Урта Азия илдәре, Рәсәй һәм Европа театрҙары коллективтары ҡатнашты.

Башҡорт академия драма театры «Эҙләнем, бәғерем, һине…» (Т. Миңнуллин) спектакле менән ҡатнашты, актерҙар  Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилева уйындарына театр белгестәре ҙур баһа бирҙе, «хәҙерге интернет заманында спектаклдәр менән шаҡ ҡатырып булмай, ә шулай ҙа мин башҡорт театры спектакле барғанда бер тапҡыр ҙа фейсбукка инеп ҡараманым… Тимәк, һеҙҙең спектакль минең иғтибарымды һәр ваҡыт йәлеп итеп торҙо, бик юғары кимәлдә уйнанығыҙ, афарин, дуҫтарым!» – тип спектакль тураһында фекере менән бүлештеләр тәнҡитселәр.

Фестивалдә ҡатнашҡан театр тәнҡитсеһе Лаша Чхартишвилиның «Современные театры стран Центральной Азии в Талдыкоргане» сайтындағы мәҡәләһендә беҙҙең спектакль тураһында ла яҙа: «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Туфан Миңнуллин пьесасы буйынса Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән «Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле беҙҙең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Спектакль хореография миниатюраһы (хореограф Ольга Даукаева) менән башлана. Йәш, бөтөнләй һау һәм һөйкөмлө ҡыҙ бик яҡшы бейей, спектакль башлана, һәм һин героиняның бейеүенең (Нурсинәнең) тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялы булыуын аңлайһың, сөнки ул мөмкинлектәре сикләнгән кеше һәм коляскала хәрәкәт итә. Актриса Гөлмирә Исмәғилева баштан уҡ тамашасыларҙа үҙ персонажына ҡарата йәлләү хисе түгел, ә мөхәббәт тыуҙыра.

Актриса, яҡшы пластикаларҙан тыш, эске тойғоларын күрһәтә белә, уның башҡарыуында иреклек, ғәҙеллек, ябайлыҡ бар - быларҙың барыһы ла профессионаллек иҫәбенә ирешелә. Осраҡлы рәүештә  ҡыҙ Рәхимйән менән таныша, һәм ул да мөмкинлектәре сикләнгән кеше булып сыға, улар араһында хистәр ҡабына, интрига килеп сыға һәм тамашасы спектаклдәге ваҡиғаларҙың нисек үҫәсәген көтә. Рәхимйән ролен башҡарусы Фирғәт Ғарипов башта уҫал, тупаҫ, килбәтһеҙ, агрессив, маньякка оҡшаған, эскелек менән  мауыҡҡан, уның агрессияһы билдәле һәм аңлайышлы. Әммә аҙаҡ, ул Нурсинәгә виртуаль ғашиҡ булғандан һуң, барыһы ла үҙгәрә».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb