Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
"Ҡом фантазияһы” популярлыҡ яулай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 06 октябрь 2016
"Ҡом фантазияһы” популярлыҡ яулай
Кисә, 5 октябрь көнө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Ҡом фантазияһы” исемле проект үҙ тамашасыларын йыйҙы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Эльвира Хәйретдинова (орган) һәм ҡом анимацияһы рәссамы Екатерина Король тамашасыларға онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
Был проект өфөләргә бик хуш килде. Музыка һәм һуңғы арала бик популяр булып киткән sand art техникаһы (махсус яҡтыртҡыс ярҙамында быялала ҡом менән һүрәт төшөрөү) ҡушылыуы уңышлы йүнәлеш. Ҡом ярҙамында төшөрөлгән картиналар Бах, Моцарт әҫәрҙәре менән үрелеп барҙы.
Графика һәм рәсем сәнғәте ошондай мөғжизәле картиналар тыуҙыра.
Музыкаль композицияның тәүге ноталарынан уҡ, рәссамдың тәүге ҡул тейеүенән уҡ мөғжизә тыуа башлай: ябай ғына ҡомдан, бер-нисә һыҙма ярҙамында иҫ киткес картиналар хасил була.
Тамашасылар мөкиббән китеп мөхәббәт , әсәй һәм бала, океан һәм корабль, музыка, космос тарихына һүрәттәр теҙмәһен ҡарап һоҡланды.
Шулай уҡ sand art техникаһының барлыҡҡа килеү тарихы менән яҡындан танышыу мөмкинселеге булды.
Ҡом менән төшөрөү анимацияһын уйлап табыусы америка режиссеры, мультипликатор Лиф Кэролин. Рәсәйҙә был техника алымы яңыраҡ ҡына популярлыҡ яулай башланы.
Киләсәктә лә Башҡорт дәүләт филармонияһы был уңышлы проект менән тамашасыларҙы йәнә лә ҡыуандырыр.
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының афишаһы менән түбәндәге сайтта
http://bashgf.ru/
танышырға мөмкин.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө