Ҡомартҡы һатылмай

Ҡомартҡы һатылмай

Алексей Кузнецовтың билдәле “Салауат Юлаевтан һорау алыу” картинаһы Интернет-аукционда һатыла тигән яңылыҡ социаль селтәрҙә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Бер нисә ай инде картина өсөн 225 мең һум аҡса тәҡдим итәләр.
“Легендар картинаны кем һәм ниндәй нигеҙҙә һата? Ул Художество фондында йәки Нестеров музейында һаҡланырға тейеш түгелме ни? Картина республиканың милкенә ин­мәйме? Уға зыян килгән кеүек, реставрацияға мохтаждыр күрәһең”, – тип яҙа селтәрҙән файҙаланыусылар.
Әйткәндәй, республиканың Яҙыу­сылар союзында ла картинаны юғалтҡандар. Ойошма урынлашҡан бинаның беренсе ҡатында оҙаҡ йылдар эленеп торған икән полотно. Ҡасандыр уны хәрби комиссар Владимир Трофимов бүләк иткән.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы был хәлде тикшереүгә тотондо. Асыҡланыуынса, юғалған картина ла, Интернет селтәренә һалынған уның варианты ла автор тарафынан яһалған күсермәләр булып тора. Төп нөсхә Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Музей хеҙмәткәре Валентина Сорокина әйтеүенсә, Алексей Кузнецовтың был картинаһы 1955 йылда Мәскәүҙә тәүге Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында күрһәтелгәндән һуң, музейға тапшырылған һәм рәссамдың шәхси күргәҙмәләренә күп тапҡыр ҡуйылған.
– Автор тарафынан яһалған күсер­мәләргә килгәндә, ул республиканың заказы буйынса эшләнде һәм оҙаҡ йылдар Офицерҙар йортонда эленеп торҙо. Артабан ул Яҙыусылар союзына тапшырылды. Бәлки, уны кемдер үҙенә алып, һатыуға ҡуйғандыр. Ундай хәлдәр ҙә булғылай, – тигән фекер белдерҙе Валентина Мефодьевна.
– Автор күсермәһе бер нисә йыл элек Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына тапшырылды. Ул әле лә шунда. Картинаны берәү ҙә һатырға йыйынмай, — тип хәбәр итте музей вәкилдәре, сетерекле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп.

Сығанаҡ:http://bashgazet.ru/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb