"Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы дауам итә

"Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы дауам итә

ош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсының беренсе этабы
"Кастинг. Һайлап алыу туры" 15 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был 16 йәштән өлкән булмаған (2017 йыл аҙағына тиклем 17 йәше тулмаған) гитарала уйнап башҡорт телендә йырлай белгән һәр теләүсе араһында уҙғарылан өс этаптан торған конкурс. - Ғаризаларҙы видео форматында "ҠошЮлы" төркөмөнөң махсус видеояҙмалар альбомына ырғытырға (Альбом: https://vk.com/videos-36833092?section=album_55362087);
- Ҡатнашыусы мотлаҡ үҙе гитарала уйнап, башҡорт телендә йырлауы талап ителә. Өҫтөлмә музыкаль ҡоралдар ҡулланыу һәм ярҙамсылар ҡушылыуы мөмкин;
- Видеояҙмаларҙы ҡабул итеү барышында остаздар (наставники) үҙҙәренә өс уҡыусы һайлап ала. Бер үк ҡатнашыусыны бер нисә остаз һайлаған осраҡта, ниндәй остаз менән артабан барыуын ҡатнашыусы үҙе хәл итә;
- Остаздар һайлап алмаған ҡатнашыусылар икенсе этапҡа үтә алмай.
- 15 ғинуар "Ҡастинг. Һайлап алыу туры" тамамлана. ИКЕНСЕ ЭТАП. "Остаздар" (1 февраль - 10 май 2018)
- Остаздар балаларға йыр, моң, гитарала уйнау буйынса дәрестәр биреп киләһе этапҡа үтергә ярҙам итәсәктәр;
- "Тамыр" балалар телеканалы һәр остаз һәм уның уҡыусылары менән тапшырыу эшләп күрһәтәсәк;
- Һәр бер остаз һәм уның өс уҡыусыһы тураһында айырым бер тапшырыу күҙалланған;
- Остаздар менән уҡыусылар йыр һайлап, яңы видео төшөрөп 1 майға тиклем "ҠошЮлы" төркөмөнә ебәрергә тейештәр;
- 1 - 10 май интернет селтәрендә оҡшаған уҡыусыға тауыш биреү буласаҡ. Уның барышында һәр остаздың өс уҡыусыһынан берәүе генә өсөнсө этапҡа үтәсәк. ӨСӨНСӨ ЭТАП. "Гала-концерт"
- Гала-концертҡа һайлауҙан үткән ҡатнашыусылар ғына сығыш яһаясаҡ;
- "ҠошЮлы.Балалар" Гала-концерты 2018 йылдың май айында үтәсәк.
- Гала-концертта конкурсанттар ике йыр - остаз менән дуэт һәм бер үҙе башҡарған йыр тәҡдим итәсәк;
"ҠошЮлы. Балалар" еңеүсеһен һәм еңеүсе остазды жюри ағзалары билдәләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb