"Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы тамамланды

"Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы тамамланды

Күптән түгел “Йоматау” шифаханаһында «Ҡош Юлы. Балалар» телепроекты еңеүселәре билдәләнде.

Гран-приға Учалы ҡалаһынан Айҙар Исхаков лайыҡ булды. Беренсе урынды Белорет районынан Радмир Хызыров яуланы. Икенсе урынды Әбйәлил районынан Динислам Ишмырҙин һәм Ейәнсура районынан Фидәрис Юлсанов бүлеште. Өсөнсө урын өс матур ҡыҙға: Баймаҡ ҡалаһынан Азалия Сыңғыҙоваға, Сибайҙан Гөлиә Харрасоваға һәм Өфөнән Алтынай Заһитоваға эләкте.

Бәйге  16 йәштән өлкән булмаған гитарала уйнап, башҡорт телендә йырлай белгән һәр теләүсегә тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар  мотлаҡ үҙе гитарала уйнап, башҡорт телендә йырларға тейеш ине.

Еңеүселәр Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясованың, республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаның бүләктәре һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, аҡсалата приздар һәм сертификаттар тапшырылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb