"ҠОШ ЮЛЫ. БАЛАЛАР" асыҡ башҡорт бард конкурсының һайлап алыу туры башланды

"ҠОШ ЮЛЫ. БАЛАЛАР" асыҡ башҡорт бард конкурсының һайлап алыу туры башланды

"ҠОШ ЮЛЫ. БАЛАЛАР" асыҡ башҡорт бард конкурсы-16 йәштән өлкән булмаған гитарала уйнап башҡорт телендә йырлай белгән һәр теләүсе араһында уҙғарылан өс этаптан торған бәйге. Беренсе этап "Кастинг. Һайлап алыу туры" 1 ноябрҙән алып 15 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
 Ғаризаларҙы видео форматында "Ҡош Юлы" төркөмөнөң махсус видеояҙмалар альбомына һалырға кәрәк. Ҡатнашыусы мотлаҡ үҙе гитарала уйнап, башҡорт телендә йырлауы талап ителә. Өҫтөлмә музыкаль ҡоралдар ҡулланыу һәм ярҙамсылар ҡушылыуы мөмкин. Видеояҙмаларҙы ҡабул итеү барышында остаздар үҙҙәренә өс уҡыусы һайлап ала. Бер үк ҡатнашыусыны бер нисә остаз һайлаған осраҡта, ниндәй остаз менән артабан барыуын ҡатнашыусы үҙе хәл итә. Остаздар һайлап алмаған ҡатнашыусылар икенсе этапҡа үтә алмай. Икенсе этап "Остаздар" 1 февралдән алып  2018 йылың 10 майына ҡәҙәр барасаҡ. Остаздар балаларға йыр, моң, гитарала уйнау буйынса дәрестәр биреп киләһе этапҡа үтергә ярҙам итәсәк."Тамыр" балалар телеканалы һәр остаз һәм уның уҡыусылары менән тапшырыу эшләп күрһәтәсәк. Һәр бер остаз һәм уның өс уҡыусыһы тураһында айырым бер тапшырыу күҙалланған. Остаздар менән уҡыусылар йыр һайлап, яңы видео төшөрөп 1 майға тиклем "Ҡош Юлы" төркөмөнә ебәрергә тейештәр. 1 - 10 май интернет селтәрендә оҡшаған уҡыусыға тауыш биреү буласаҡ. Уның барышында һәр остаздың өс уҡыусыһынан берәүе генә өсөнсө этапҡа үтәсәк. Өсөнсө этап Гала-концертта һайлауҙан үткән ҡатнашыусылар ғына сығыш яһаясаҡ. Гала-концертта конкурсанттар ике йыр - остаз менән дуэт һәм бер үҙе башҡарған йыр тәҡдим итәсәк.
"ҠошЮлы. Балалар" еңеүсеһен һәм еңеүсе остазды жюри ағзалары билдәләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb