«Ҡош юлы» бард йыры фестивале еңеүселәре иғлан ителде

«Ҡош юлы» бард йыры фестивале еңеүселәре иғлан ителде

Башҡортостанда Әбйәлил районында үткән «Ҡош юлы-2018» республика бард йыры фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әбйәлил районы хакимиәте, «Башҡортостан журналдары» — «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы.

Учалынан Сәмиғулла Лоҡманов Гран-при яуланы. Илнур Ғәниев, Нәғим Шәрипов һәм Таһир Мирсәйетов I, II һәм III дәрәжә лауреаттары булды. Быйыл фестиваль башҡорт шағиры Рәйес Түләковтың ижадына арналды.

Фестиваль сиктәрендә шиғри конкурс ойошторолдо. Был номинацияла Ғәзиз Әбделманов Гран-приға лайыҡ булды. Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев һәм Гүзәл Батталова икенсе урынды бүлеште. Миләүшә Һатыбалова һәм Раушания Хазиева өсөнсө урын яуланы.

Нәркәс Ҡәйепҡолова «Өмөт» номинацияһында еңеүсе булды. Балалар араһында Зилиә Буранбаеваның, Руфина Лоҡманованың һәм Гөлназ Ишемғужинаның сығыштары иң яҡшылары тип танылды.

Етенсе «Ҡош юлы» фестивале бер майҙанда 30-лаған башҡарыусы авторҙы һәм шағирҙы йыйҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb