Быйыл «Ҡош юлы» бард йыры фестивале биш йыллыҡ юбилейын билдәләй. 11-13 июндә Ейәнсура районы йәнә тәбиғәт, усаҡ, йондоҙло күк һәм йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡабул итә. «Ҡош юлы-2016» фестиваленең финалы йәмле Һүрәм йылғаһы буйында уҙа.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала уҙған йылдарҙа еңеп сыҡҡан 17 лауреат һәм быйыл интернет тауыш биреүҙә еңеү яулаған биш йырсы ҡатнаша.
Сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә ҡатнашыусыларҙың видеояҙмалары буйынса конкурстың һайлап алыу туры бара. Йомғаҡ яһағанда автор әҫәрҙәренә, автор-башҡарыусыларға өҫтөнлөк бирелә. Фестиваль барышында йыл һайын йәш шағирҙар семинары уҙғарыла. Көн дауамында спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторола.
Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә башланы. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора.