«Ҡош юлы – 2017» фестивален Әбйәлил лайыҡлы үткәрҙе. Беҙгә тиклем республиканың биш төбәгендә уҙған сара быйыл юғары кимәлдә уҙҙы тип ойоштороусылар иң яҡшы баһаһын бирҙе. Хатта ҡойма ямғыр ҙа ҡамасау була алманы. Рухташ, фекерҙәш, моңдаш күңелдәр тантана итте, башҡорт бард фестиваленә тамаша ҡылырға йыйылған йәштәр ҙә уғата ҡәнәғәт ҡалды. Киләһе йылда ҡунаҡсыл Әбйәлилдә йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты «Ҡош юлы»нда ҡатнашыусылар.
Фестиваль Тирмән ауылы янында өс көн дауам итте. Палаткалар лагерында урынлашҡандан һуң, тәүге кис усаҡ янында танышыу, аралашыу һәм гитара моңдары аҫтында хисләнеп ултырыуға бағышланһа, икенсе көндә төп саралар уҙҙы. Волейбол, мини-футбол ярыштары, «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү, «Ҡош юлы буйлап» квест – ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү – һәр кем күңеле һөйгән шөғөл тапты. Кискә фестивалде асыу тантанаһы һәм гала-концерт һәммәһен дә сәхнә янына йыйҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев сәләмләне. Әйтергә кәрәк, Экология йылы эгидаһы аҫтында үткән сара йәшнәп ижад итеп фанилыҡтан иртә киткән Рәмил Ҡолдәүләттең яҡты иҫтәлегенә бағышланыуы менән әһәмиәтле булды. Быға ҡыуанып шағирҙың төрлө тарафтарҙа йәшәгән бер туғандары – Әнисә Хафизова, Йылайыр совхозынан Вил Дәүләтҡолов, Дәүләттән Рәйсә Ғәлләмова, Өфөнән Нәфисә Әхтәмова килеп, ҡустыларын онотмағандары өсөн ҙур ҡыуаныс кисерҙе, Ҡолдәүләттең бер заманда ла актуаллеген юғалтмаған шиғырҙарын йәштәрҙең көйгә һалыуҙарына шатланды. Рәйсә апай шағирҙың экологик темаға яҙылған шиғырҙарын уҡыны.
Гала-концерттан һуң конкурс еңеүселәре билдәләнде. Фестивалдең гран-приһын Асҡарҙан Ренат Абдулов яуланы. Илеш ҡыҙы Илмира Имамова- Мәзитова – беренсе, Белорет ҡалаһынан Илнар Ғәниев – икенсе, Баймаҡтан Юлдашбай Янбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ислам Рафиҡов (Баймаҡ) һәм Гөлнур Кирәева (Әбйәлил, Амангилде) дуэты тамашасы һөйөүе призына, Денис Ҡаһарманов (Бөрйән) айыҡ тормошто пропагандалаған өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды. Конкурсанттарға шәп бүләктәр ҙә әҙерләгәйне әбйәлилдәр. «Алтын ҡурай» ЯСЙ-һынан (Илфат Төлкөбаев) һәм «Яҡтыгүл» шифаханаһынан гитаралар гран-при эйәһенә һәм «Виртуоз гитарасы» исемен яулаусы, тамырҙары менән Әбйәлилдән булған Сибай егете Фәйез Үҙәнбаев өлөшөнә яҙҙы. «Иң яҡшы вокал» номинацияһында еңеүсе Баймаҡ ҡыҙы Ләйсән Байрамғолова «Яҡтыгүл» шифаханаһына өс көнлөк путевка менән бүләкләнде. Эшҡыуар Азамат Мөхәмәтдиновтан «Телекарта» тәрилкәһе «Иң яҡшы кавер» номинацияһында еңеүсе Йылайырҙан Руслан Ҡунаҡасовҡа эләкте. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының һәм «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубының ҡиммәтле бүләктәре лә үҙ хужаларын тапты. Тағы бер яҡташыбыҙ Андрей Харитонов иң патриотик башҡорт йырын башҡарыусы тип табылып, «Шәжәрә» үҙәгенең «Башҡорт ырыуҙары тарихы» томдарының тулы йыйынтығына лайыҡ булды.
«Ҡош юлы»ның тағы бер үҙенсәлеге бар – унда гитара моңона ғашиҡтар ғына түгел, йәш шағирҙар ҙа һынау тота. Алдан иғлан ителгән бәйгегә утыҙҙан ашыу эш килеп, жюри уларҙың һәр береһен ентекләп тикшереп, төплө анализ яһағандан һуң шундай хөкөм сығарҙы: гран-прины Октябрьский ҡалаһынан Морат Солтан яуланы. Призлы урындар Зәйтүнә Усманова, Динә Солтанова һәм Айгиз Сәлимгә бирелде. «Юлдаш» радиоһы, «Йәшлек» гәзите, «Шоңҡар» журналы махсус бүләктәре менән дәртләндерҙе.
Өсөнсө көн фестивалдә ҡатнашыусылар «Ҡош юлы» үткән майҙанда экологик өмә уҙғарҙы, туҡталҡа урындарын тәртипкә килтерҙе һәм йәнә гитараға ҡушылып йырлап бәрәкәтле, гүзәл Әбйәлил ере менән хушлашты.
Сығанаҡ: “Осҡон” гәзите