“Ҡош юлы” бәйгеһенең беренсе турына ғаризалар ҡабул ителә

“Ҡош юлы” бәйгеһенең беренсе турына ғаризалар ҡабул ителә

Ағымдағы йылдың 1 мартынан алып 1 июлгә тиклем “Ҡош юлы” бәйгеһенең беренсе туры уҙасаҡ. Фестивалдә ҡатнашырға теләгәндәр гитарала башҡортса йыр башҡарып, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ҡош юлы” төркөмөнә видеояҙмаһын беркетә, ҡәләм тирбәтеүселәр 8-10 шиғырҙан торған шәлкемен шулай уҡ төркөмдә күрһәтелгән электрон почтаға ебәрә ала.

Баһалама ағзалары тарафынан йырсылар һәм ижадсылар араһынан иң-иңдәр һайланып, улар 12-14 июлдә Ишембай районында үтәсәк фестивалдә ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ.   

“Ҡош юлы” бәйгеһе-гитарала уйнап йырлаусыларҙы, көйҙәр ижад итеүселәрҙе һәм шиғыр яҙыусыларҙы ғына берләштермәй, ә өс көн дауамында тәбиғәт ҡосағында усаҡ янында музыка тыңлап, төрлө уйындарҙа ҡатнашырға, шәп концерт ҡарарға теләгән сәләмәт тормош рәүеше яҡлы, алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәрен йыя.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb