Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина — башҡорт эстрадаһының моңло һандуғасы. Үҙенең ҡабатланмаҫ тауышы менән меңәрләгән тамашасының йөрәген әсир иткән йырсы.
Йырсының репертуарында билдәле башҡорт халыҡ йырҙары «Түңәрәккәй күл», «Мирфәйзә», «Төйәләҫ», «Уйнат гармундарыңды», «Әбйәлил бәйете», «Сәлимәкәй», «Ахун кантон», «Зәлифәкәй», «Һыр», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Йыуаса», татар халыҡ йырҙары «Фазыл шишмәһе», «Хәтфә», «Сандугач»,«Зөбәржәт» һәм Х.Әхмәтов, З.Исмәғилов, Н.Сабитов, Т.Кәримов, Р.Яхин, Р.Мортазин, Р.Сәхәутдинова кеүек башҡорт композиторҙарының эстрада әҫәрҙәре урын алған. Бөгөн Римма Зәйнетдин ҡыҙы А.Туҡтағолов, Ю.Үҙәнбаев, Ф.Үҙәнбаева, Р.Арыҫлан кеүек композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итә.
Ҡаҙағстанда Рәсәй (Астана, 2004), Төркиәлә БР (Истамбул, 2006) көндәрендә, Мәскәүҙә БР көндәрендә (2007), ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уҙғарылған БР-ҙың халыҡ ара презентацияһында (Париж), «Петербург һабантуйы» халыҡ байрмында (Санкт-Петербург), «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Берлин, германия, 2008), Халыҡ-ара Гаванна йәрминкәһендә (Куба, 2012) ҡатнаша. Ул күп кенә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтҡан.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы (2006), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы (2012).
Римма Амангилдина республика халҡын йыш ҡына үҙенсәлекле йырлы-моңло тамашалары менән һөйөндөрә. 26 мартта, яратҡан йырсыбыҙ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Ҡояшлы таңым ата” тигән концерт программаһын тәҡдим итә. Хисле, моңло яҙғы йырҙар тик һеҙҙең өсөн, хөрмәтле тамашасылар! Рәхим итегеҙ!