«Ҡояшлы таңым ата» концерт программаһына рәхим итегеҙ

«Ҡояшлы таңым ата» концерт программаһына рәхим итегеҙ

Ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы, күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан башҡорт һандуғасы Римма Амангилдина 15 декабрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ ижад кисәһенә саҡыра.  “Ҡояшлы таңым ата” исемле тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Индира Әсәҙуллина (рояль), Рим Гәрәев (баян), Марсель Ҡотоев (вокал), Илшат Ишморатов (ҡурай), Азат Биксурин (ҡурай), БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм башҡалар ҡатнаша. Йырсының репертуарында – билдәле башҡорт халыҡ йырҙары «Түңәрәккәй күл», «Мирфәйзә», «Төйәләҫ», «Уйнат гармундарыңды», «Әбйәлил бәйете», «Сәлимәкәй», «Ахун кантон», «Зәлифәкәй», «Һыр», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Йыуаса», татар халыҡ йырҙары, Х.Әхмәтов, З.Исмәғилов, Н.Сабитов, Т.Кәримов, Р.Яхин, Р.Мортазин, Р.Сәхәүетдинова кеүек милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәре урын алған. Римма Амангилдина, шулай уҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡытай телдәрендә йырлай. Ҡаҙағстанда Рәсәй, Төркиәлә БР көндәрендә, Мәскәүҙә БР көндәрендә, ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уҙғарылған БР-ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж), «Петербург һабантуйы» халыҡ байрмында (Санкт-Петербург), «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Берлин, Германия), Халыҡ-ара Гаванна йәрминкәһендә (Куба) ҡатнаша. Официаль делегация составында Чех, Словения, Ҡытай халыҡ республикаларына, Саксония Ирекле Дәүләтенә, Франция илдәренә сыға. Ул күп кенә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтҡан. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Пермь, Ырымбур, Силәбе ҡалаларында уҙғарылған милли сараларҙың алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы ул. Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында «Сығышыбыҙ - Башҡортостандан», «Дуҫлыҡ күпере» исемле мәҙәни сараларҙа, Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарына (2015) ҡатнаша.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы (2006), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы (2012). Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb