«Ҡурай даны» республика телевизион премияһы булдырылды

«Ҡурай даны»  республика телевизион премияһы булдырылды

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Ҡурай-ТВ” каналы яңы премия булдырҙы. Ул “Ҡурай даны” тип атала. Телеканалды киңерәк билдәле итеү, туған телде, халыҡ йолаларын үҫтереү һәм һаҡлау, халыҡ иғтибары-ихтирамын яулау - премия булдырылыуҙың төп маҡсаттары. Еңеүселәр 10 номинацияла билдәләнә:

« Премия номинациялары:

— «Йыл йырсыһы»;

— «Йыл меценаты»;

— «Эшлекле ханым»;

— «Ижади ғаилә»;

— «Ҡул оҫтаһы»;

— «Ер кешеһе»;

— «Ҡәләм оҫтаһы»;

— «Һөнәр оҫтаһы»;

— «Миһырбанлы ғаилә»;

— «Иң шәп клип төшөрөүсе».

“Ҡурай даны” телепремияһы 4 турҙа үтә. Еңеүселәр бер йылдан – 2019 йылдың февралендә тәбрикләнәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb