Быйыл тәүгә «Ҡурай-ТВ» телеканалында гармунсыларҙың «Уйна, гармун, уйна!» телевизион конкурсы башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө йәштәге гармунсыларҙан 300-ҙән ашыу ғариза килде.
«Уйна, гармун, уйна!» конкурсы гармунсылар араһында яңы һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға һәм уларҙың ижадын танытыуға йүнәлтелгән. Еңеүсене быйыл яҙ Гала-концертта иғлан итәләр, төп бүләк – өр-яңы гармун. Ә әлегә конкурсанттарҙың ижады менән «Ҡурай-ТВ» телеканалында танышырға мөмкин. Һәр тапшырыуҙа бишәр ҡатнашыусыны күрһәтәләр.
«Ҡурай-ТВ» телеканалы директоры Рита Өмөтбаева билдәләүенсә, проект Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшүәсе үҙешмәкәр гармунсыларҙың да ижадын популярлаштырыу майҙансығына әүерелде - унда илдең төрлө төбәгенән башҡарыусылар ҡатнаша.
- 14 йыл эшләү дәүерендә «Ҡурай-ТВ» телеканалы халыҡ һөйөүен яуланы, башҡорт телен һәм республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу майҙанына әүерелде. Беҙ тамашасыларыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ һәм улар араһында даими рәүештә төрлө ижади ярыштар уҙғарабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» йырын башҡарыусылар конкурсы үтте. Унда 300-ҙән ашыу башҡарыусы һәм коллектив ҡатнашты, - тине Рита Өмөтбаева.